32 йылдан һуң. Йылдағыса Иглин районы Оло Тәләк ауылы эргәһендә матәм митингы ойошторолдо. Тимер юлында 1989 йылдың 4 июнендә 575 кешенең ғүмере өҙөлгән, 600-ҙән ашыу пассажир ауыр йәрәхәттәрҙән зыян күргән. Һәләк булған пассажирҙарҙың туғандары төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа хәтер китабын баҫтырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте һәм быйыл махсус йыйынтыҡ донъя күрҙе.
Обелиск алдында үткән сарала Оло Тәләк һәләкәтенә бағышланған китап катастрофала яҡындарын юғалтҡан шәхестәргә бүләк ителде. Матәм митингынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
32 йыл элек тимер юлда теркәлгән фажиғәлә тормош иптәшен юғалтҡан Нелли Яруллина йылдағыса матәм митингына килгән. Йәш кенә килеш ике бала менән тол ҡалған ҡатындың бөгөн дә «4 июнь. Оло Теләк» тигән һүҙҙәрҙән йөрәге өҙгөләнә. Командировканан ҡайтып етмәгән иренең кәүҙәһен тапмаған ҡатыны туғандар ҡәберенә сәскә һалып мәңге онотолмаҫ трагедияны иҫкә ала.
Хәтер обелискында йыйылған бөтә кешеләрҙе уртаҡ ҡайғы берләштерә. Тимер юлда теркәлгән фажиғәлә бик күп кешенең ғүмере өҙөлгән. Тимер юл магистраленең 1710-сы саҡрымында газ шартлап тирә-яҡ майҙан көл-күмергә әйләнгән. Тап шул ваҡытта пассажирҙар менән тулы Адлер-Новосибирск һәм Новосибрск-Адлер поездары китеп барған була.
Рәсми мәғлүмәткә ярашлы, ҡот осҡос ваҡиғала 575 пассажир һәләк булған, 650-нән ашыу ауыр йәрәхәтләнеп зыян күргән. Был яҡынса һандар, сөнки ул осорҙа поездарға билетһыҙ ултырып киткән кешеләр ҙә күп булған.
Көслө шартлауҙан вагондағы кешеләр тотош ғаиләләре, уҡып йөрөгән мәктәп уҡыусылары класстары, спортсылар тотош командаһы менән янып үлгән. Ут ялҡыны шул тиклем аяуһыҙ була, катастрофа ерендә хатта тимер янып ирегән.
Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн студенттар ҙа йәлеп ителгән. Улар араһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ликвидация эштәрен алып барыуҙа ҡатнашҡан. Тетрәндергес ваҡиға уның күңелендә уйылып ҡалған һәм юл ҡорбандарының иҫтәлегенә обелиск, туғандар ҡәберлеге төҙөкләндерелгән.
196 биттән торған хәтер китабы ике йыл эсендә яҙылған. Йыйынтыҡта трагедия тураһында тулы мәғлүмәт, һәләк булғандарҙың иҫтәлектәре, тарихи сығанаҡтар тупланған.
Оло Теләк тимер юл фажиғәһе Башҡортостан тарихының аяныслы көндәренең береһе. Юл ҡорбандарын кире ҡайтарып булмай, әммә хәтер мәңгелек һәм был датаны иҫтә тотоу, уны ихтирам итеү, оло ҡайғы тураһында иҫтәлекте киләсәк быуындарға еткереү бурысы ҡуйыла.
Флорида Ким






