Бөгөн Оло Теләк ваҡиғаһына арналған хәтер китабы презентацияһы ойошторолдо

Фото №1 - Бөгөн Оло Теләк ваҡиғаһына арналған хәтер китабы презентацияһы ойошторолдо

Оло Теләк, яна йөрәк. Бөгөн Рәсәйҙәге иң ҙур тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. 1989 йылдың 4 июнендә Транс-Себер магистраленең 1 мең 710-сы километрында, Иглин районы Оло Теләк станцияһы янында, көслө шартлау була. Бер-береһенә ҡаршы килгән “Новосибирск-Адлер” һәм “Адлер-Новосибирск” пассажир поездары бәрелешә. Бөгөн тимер юл фажиғәһе булған урында митинг үтте һәм хәтер китабы менән таныштырҙылар. Өфөлә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһында ла Оло Теләк ваҡиғаһына арналған хәтер китабы презентацияһы ойошторолдо. Ул “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә сығарылған. Нәшриәт етәксеһе Уйылдан Сәйетов һөйләй.

Бөгөн Оло Теләк ваҡиғаһына арналған хәтер китабы презентацияһы ойошторолдо

Табип Зәкиә Тереғолова тәүгеләрҙән булып ваҡиға урынына ебәрелә һәм фажиғәлә зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтә. Уның да хәтирәләре китапҡа индерелгән. Ул 32 йыл элек булған ҡот осҡос ваҡиғаны ошолай иҫкә ала.

Бөгөн Оло Теләк ваҡиғаһына арналған хәтер китабы презентацияһы ойошторолдо
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ