Күп фатирлы йорт подъездарына капиталь ремонт

Өфөнөң Дим районында ла был эш республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Таллин урамы 6 һәм 28 адресы буйынса капиталь ремонт үтәлешен БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Таллин урамындағы 28-cе йорт 1958 йылда һалынған. Әммә бында йәшәүселәр, 2008 йылда һыу селтәрҙәре алмаштырыуҙы иҫәпкә алмағанда, ярты быуат буйы подъездарҙа бер ниндәй ҙә ремонт үткәрелгәне булманы тип белдерә. Капиталь ремонт башҡарылғандан һуң 18 фатирлы йорт подъезы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе,ти бында йәшәүселәр.

Таллин урамының 28-cе йортонда ремонт эштәре үтәлеше 95 процент тәшкил иткән. Ремонтҡа республика ҡаҙнаһынан 622 мең һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Таллин урамының 6-cы йортонда иһә капиталь ремонт йөҙ процентҡа үтәлгән. Бындай бөхтәлеккә һәм уңайлыҡҡа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валерий Харламов та шат.

Валентина Ильинична ғүмере буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Мәғариф ветераны хатта шатлығынан йыйыштырыусылар эшен дә ихлас башҡара. Ремонттан һуң подъезыбыҙ көҙгө кеүек ялтлап тора. Иң мөһиме- бында йәшәүсе ут күршеләр дөйөм ҡулланылыштағы йыһаздарға һаҡсыл ҡарашта булһын.

Капиталь ремонтты ҡабул итеү комиссияһына абруйлы эксперттар саҡырылған. Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов етәкселегендәге комиссия капиталь ремонт үтәлешенә етди ҡарашта.

Өфөнөң Дим районындағы 5 күп фатирлы йорттоң 7 подъезында капиталь ремонт үткәрелә. Әлеге ваҡытта 2 йорт тулыһынса әҙер, ә ҡалған йорт подъездарынд етешһеҙлектәрҙе бөтөргәс, комиссия яңынан ҡараясаҡ. Йорт фасадтарына косметик ремонтты идарасы компаниялар башҡарасаҡ тип күҙаллана.

Фото №1 - Күп фатирлы йорт подъездарына капиталь ремонт

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ