Рәсәй Оборона министрлығы сайтында Ҡыҙыл Армияның Латвияны азат итеүгә бәйле йәнә бер бер уникаль документ донъя күрҙе. «Сикһеҙ мөҙҙәтле» исемле проект сиктәрендә киң йәмәғәтселеккә сығарылған рәсми ҡағыҙҙар Совет һалдаттарының ҡаһарманлығы хаҡында бәйән итә. Балтик буйын фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә ниндәй хаҡ түләнеүе тураһында ла асыҡ күренә.
Хәтер мәңгелек, әммә берәүҙәр был хәҡиҡәтте юйырға маташа. Латвияны азат итеүҙәге ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Армияның 112 һалдаты Советтар Союзы Геройы исеме менән бүләкләнгән. Уларҙың туғыҙы Лудза ҡалаһында башын һалған. Учалы районынан ҡаһарман яҡташыбыҙ Хәкимйән Әхмәтғәлиндың тотошлай взводы ерләнгән.
Рәсми документтарҙа уның батырҙарса һәләк булыуы телгә алына. Йәшеренгән документтар араһында тағы бер яҡташыбыҙ, полковник Сәхәбетдин Ғәзиевтың яҙмышы тураһында мәғлүмәт бар.
Азат Ғәлиуллин






