Өфө художество-гуманитар колледжы таш оҫталары һөнәр йүнәлеше буйынса студенттар ҡабул итә

Таштан матурлыҡ тыуҙырыу буйынса белгестәр әҙерләү һигеҙ йылға туҡтатылып торғандан һуң былтыр тергеҙелгән. Быйылғы сығарылыштың диплом эштәре һәм таш сәнғәте серҙәре тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.

Бөрйән районындағы тау-урмандар йылға һәм ағастарҙы ул йәшмә таштарҙан йыйған. Юлиә был шөғөлгә бер йыл эсендә өйрәнгән. Төҫлө таш киҫәктәренән картина уның диплом эше. Был шөғөлгә ҡыҙ бер йыл эсендә өйрәнгән. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң яңы һөнәр үҙләштергән.

Дилара Асаинованы телевизор ҡараусылар беҙҙең каналда барған «Байыҡ» бейеү конкурсы аша белә. Бығаса хисапсы булып эшләгәндән һуң дүртенсе бала менән декрет ялында ул да таштан матурлыҡ тыуҙырыу буйынса белемен камиллаштыра.

Сеймалды улар башлыса һатып ала һәм үҙҙәре лә йыйып алып ҡайта. Ижади эштәр өсөн йәшмә, лазурит демартурит, чороит кеүек таштар ҡулланыла. Таш оҫталары һөнәренә уҡытыу колледжда һигеҙ йыл ябылып торғандан һуң ун ике студент тәүге сығарылыш.

Яңы уҡыу йылынан был йүнәлеш буйынса тағы студенттар ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәтте Өфө художество-гуманитар колледжының рәсми сайтында табырға мөмкин.

Таш сәнғәте әйберҙәре етештереүселәргә республикала конкуренция юҡ кимәлендә. Сеймал сағыштырмаса арзан, ә әҙер әйберҙәр һатыуҙа ҡиммәт тора. Студенттар был йүнәлештәге артелдәрҙә эшкә урынлаша ала. Түҙемлек, теүәллек һәм ижади ҡараш талап иткән хеҙмәт өсөн эш хаҡы ла түбән түгел.

Фото №1 - Өфө художество-гуманитар колледжы таш оҫталары һөнәр йүнәлеше буйынса студенттар ҡабул итә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ