Июнь аҙағында федераль ҡанун көсөнә инә. Законда Башҡортостан депутаттары әҙерләгән тәҡдимдәр урын алған. Уға ярашлы, хужалыҡтар өс көн алдан умартасыларҙы баҫыуҙарҙы химик эшкәртеү тураһында иҫкәртергә тейеш. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һөйләй.
Әле республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында урманды ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтарына ҡаршы эшкәртеү бара. Ҡайһы бер урында умартасылар ошо сәбәпле бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы тураһында хәбәр итте.






