Республикала газета һәм журналдар алдырыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. Башҡортостан Матбуғат йорто етәксеһе урынбаҫары Айнар Байбулатов һөйләй.
“Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк отоп ал!” акцияһы 15 июлгә тиклем дауам итә. Еңеүселәр 23 июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында иғлан ителә.






