Әле Учалы районында урман яна. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, кешеләргә хәүеф янамай, ут таралыу сикләнгән. “Йыл башынан беҙҙә 30 янғын теркәлде, 260 гектар майҙанда урман зыян күрҙе”, - ти Учалы урман хужалығы директоры Айбулат Байғарин.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында халыҡҡа урманға барыу тыйыла. Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында ҡоротҡостар менән көрәшәләр. Урман һәм яландарҙа ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтарына ҡаршы эшкәртеү ойошторолған.




