Республика капитал һалыуҙы һаҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү төҙөнө. Был хаҡта бөгөн беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Документҡа ярашлы, инфраструктура булдырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарып була. Исемлектә транспорт объекттары ла бар. Санкт-Петербургта үткән Иҡтисад форумында Башҡортостан һәм ВЭБ.РФ дәүләт үҫеш корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул Өфөлә пассажир транспортын модернизациялау мөмкинлеген бирә.






