Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, иртәгә республикала янғын хәүефе көсәйә. Елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе ихтимал, йәшен йәшнәүе көтөлә. Халыҡты иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыралар. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Уның һандары: 112.






