Бындай статусҡа Башҡортостанда 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр эйә буласаҡ. Йәғни, был категорияға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуыусылар һәм һуғыш башланғанда 14 йәше тулмаған граждандар инә. Башҡортостанда әлеге ваҡытта 189 мең һуғыш балаһы йәшәй.
«Һуғыш балалары» таныҡлығының формаһы һәм уны тапшырыу тәртибе Хөкүмәт тарафынан раҫланған. Уны алыу өсөн бер ниндәй ҙә ғариза яҙыу кәрәкмәй. Исемлектәр Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге тарафынан район-ҡалаларҙан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә әҙерләнгән.
Законға ярашлы, һуғыш балалары сиратһыҙ медицина ярҙамы алыу, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары һәм башҡа ваҡытлыса урындарға сиратһыҙ путевка бүлеү хоҡуғына эйә.
Гөлдәриә Йосопова






