Шешлек урынына милли ризыҡ һәм эсемлектәр

Әбйәлил районында ойошторолған айыҡ һабантуй рух һәм берләшеү байрамына әүерелде. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға арналған сарала ауыл хужалығы уңғандарына дан йырланды. Башҡорт тарихы, шулай уҡ Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы сиктәрендәге тантананан БЮТ каналының киләһе репортажы.

Халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ менән Әбйәлилдәр һәр кемгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Этно-ауылды хәтерләткән тирмәләрҙә башҡорттарҙың милли аш-һыуынан ауыҙ итергә лә, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм кәсеп-шөғөлдәре менән дә танышырға мөмкин. Һәр тирмә алдында урындағы халыҡтың йәшәйешен сағылдырған ҡул эштәре, арҙаҡлы шәхестәргә арналған күргәҙмәләр, шәжәрә ағастары ҡуйылған.

Һабантуйға райондың 15 ауыл биләмәһе лә етди әҙерләгән. Улар үҙҙәренең күргәҙмәһендә Башҡорт тарихы йылына ла ҙур иғтибар бүлгән. Ә был ваҡытта төп майҙанда театрлаштырылған тамаша башланды. 500-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән сарала райондың шанлы һәм данлы тарихы, бөгөнгө йәшәйеше сағылдырылды.

Район хужалыҡтары быйыл 67 мең самаһы гектарҙа сәсеү эштәре башҡарған. Майҙандарҙың яртыһынан ашыуы иген культураларына бүленгән. Шулай уҡ Әбйәлилдәр етен кеүек һәр ваҡыт юғары хаҡлы культураларҙы ла онотмай.

Йола буйынса ат сабышы, милли көрәш һәм башҡа спорт ярыштарын халыҡ ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Мәҫәлән, батырҙар алышында Иҙәш Ҡусҡарынан Арсен Шәрипов абсолют чемпион исемен яуланы. Әйткәндәй, республиканың башҡа төбәктәрендәге кеүек Әбйәлилдәге һабантуй ҙа айыҡ форматта үтте. Спиртлы эсемлектәр урынына кешеләр ҡымыҙ һәм буҙа менән һыйланып, күтәренке кәйефтә таралышты.

Фото №1 - Шешлек урынына милли ризыҡ һәм эсемлектәр

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ