Стәрлетамаҡ районында «Башҡорт балаҫы этникаһы» тип исемләнгән фестиваль уҙҙы

Унда килеүселәр балаҫ һуғыу сәнғәтенең юғары сифатлы өлгөләрен күрҙе. Оҫтабикәләр ошонда уҡ ҡуйылған станоктарында башҡорт балаҫын һуғыу серҙәренә өйрәтте. Теләүселәр оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, келәм туҡыу барышын күҙәтте.

Ойоштороусылар фекеренсә, фестиваль башҡорт милли мәҙәниәтен тергеҙеү, уны һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыуҙа мөһим роль уйнай.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ районында «Башҡорт балаҫы этникаһы» тип исемләнгән фестиваль уҙҙы

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ