Башҡортостан Санкт-Петербургтан мул уңыш менән ҡайта

Фото №1 - Башҡортостан Санкт-Петербургтан мул уңыш менән ҡайта

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында беҙҙең республика 122 миллиард һум инвестиция йәлеп иткән. Абруйлы сара барышында 25 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Иң ҡеүәтле проекттарға килгәндә, “Башҡортостан сода компанияһы” етештереүҙе үҙгәртеп ҡороу өсөн 27 миллиард 600 миллион һум, “Кроношпан” яңы завод төҙөлөшө һәм булғанын реконструкциялау өсөн 13 миллиард һум, Өфөлә “Көнсығыш сығыу юлы” өсөн өҫтәмә 11 миллиард 600 миллион һум йәлеп ителә. “Рәсәй терәге” йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһе рәйесе, эшҡыуар Ләйсән Николаева әйтеүенсә, республикала бизнесҡа ҙур ярҙам күрһәтелә. Шуға инвесторҙар Башҡортостанды һайлай.

Башҡортостан Санкт-Петербургтан мул уңыш менән ҡайта

         Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Инвестиция мөхите буйынса милли рейтинг иғлан ителде. Беҙҙең республика тәүге биш төбәк исемлегенә инде. “Бындай юғары күрһәткес ныҡлы һәм етди эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе”, - ти Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Тимур Хәкимов.

Башҡортостан Санкт-Петербургтан мул уңыш менән ҡайта

         Былтыр Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам өсөн өс пакет саралар ҡабул ителде, шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҡала һәм район хакимиәттәрендә бизнес-шериф вазифаһы булдырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ