Юл-транспорт ваҡиғаларында 1 кеше үлгән, 12-һе – йәрәхәтләнгән. Мәләүез районында 62 йәшлек водитель юл ситенә ауған, машинаһы янып киткән. Ир кеше ваҡиға урынында үлгән. Уҙған тәүлектә автоинспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2 мең 200 осрағын теркәгән, эскән килеш руль артына ултырған 45 водитель тотолған, тип хәбәр итәләр республика буйынса дәүләт автоинспекцияһынан.




