Өфөнөң 32-cе поликлиникаһы яңы маммограф менән тәьмин ителде

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Өфөнөң 32-cе поликлиникаһы яңы маммограф менән тәьмин ителде. Медицина ҡорамалы ярҙамында күкрәк биҙе яман шешен иртә стадияла асыҡларға мөмкин.

Статистик мәғлүмәттәр буйынса, онкологияның был төрө иң аяуһыҙы һанала, һәр һигеҙенсе ҡатын ауырып китеүе ихтимал. Шуға диагностиканы ваҡытында үтеү мотлаҡ. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Рәсәйҙә күкрәк биҙе яман шеше менән сирләүселәрҙең туҡһан проценты ҡырҡ йәштән өлкән ҡатындар. Был осорҙа гүзәл заттарҙың организмында гормональ фон үҙгәрә, эндокрин һәм иммунитет системаһында кире күренештәр күҙәтелә. Онкологияны иҫкәртеү, иртә стадияла асыҡлау маҡсатында илле йәшкә етеүселәргә йыл һайын маммография тикшеренеүен үтергә кәрәк. Өфөнән Флүсә Мөхәмәтғәлиева ла үҙ теләге менән 32-cе поликлиникаға килеп, сәләмәтлеген тикшертте.

«Онкология ауырыуҙары менән көрәш» федераль проекты сиктәрендә уҙған аҙнала поликлиника яңы һанлы маммограф менән тәьмин ителгән. Медицина ҡорамалының хаҡы яҡынса ун ике миллион һум. Әлегә йөҙгә яҡын кеше ҡабул ителеп, заманса диагностика алымын һынап ҡараған.

Белгестәр билдәләүенсә, элекке маммограф менән сағыштырғанда, яңы медицина ҡорамалында төшөрөлгән рентген һүрәттәр күпкә сифатлыраҡ, күкрәк биҙендәге кире үҙгәрештәр асыҡ күренә.

Йыл башынан Өфөнөң 32-се поликлиникаһында ике меңдән ашыу гүзәл зат маммография тикшеренеүен үткән, уларҙың өс йөҙөндә шеш булыуы асыҡланған. Патология билдәләнгән пациенттар амбулатор онкология үҙәгенә йүнәлтелә. Бында уларға комплекслы ярҙам күрһәтелә. Әйтергә кәрәк, үҙәк поликлиника ҡаршыһында эшләй. Быйыл ғинуарҙа асылған.

Онколог консультацияһынан һуң заманса медицина ҡорамалдарында сирлеләргә теүәл диагноз ҡуйыла. Артабан улар республика онкология диспансерында дауалау курсы үтә ала. Үҙәктә Өфөнөң тағы ла дүрт дауалау учреждениеһынан пациенттар ҡабул ителә. Белгестәр билдәләүенсә, иртә стадияла асыҡланған иң таралған ауырыу – күкрәк биҙе, тире һәм ашҡаҙан-эсәк тракты яман шештәре.

Баш ҡаланың 32-cе поликлиникаһының элекке маммографы онкология үҙәгенә тапшырылған. Хәҙер Орджоникидзе районында ике тапҡырға күберәк медицина тикшеренеүҙәре ойошторола. Әйткәндәй, йыл башынан учреждениела ун бер ҡатында яман шеш булыуы асыҡланған. Ваҡытында диагностика үтеү дауалау курсы һөҙөмтәлелеген арттырып, һауығыуға юл аса.

Фото №1 - Өфөнөң 32-cе поликлиникаһы яңы маммограф менән тәьмин ителде

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ