Александр Булушев Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде

Республика башлығы бойороғо менән Александр Булушев Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде. Александр Булушев Новосибирск өлкәһендә тыуған, уға 53 йәш.

1994 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән. «БитумОйл» предприятиеһы директоры урынбаҫары булып эшләй, «Промгеосырье» компанияһын етәкләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тармаҡтың элекке министры Алан Марзаев оставкаға февралдә китте.

Яңы министрға ярайһы уҡ ауыр өлкә эләкте тип әйтә алам. Ведомствоны етәкләгән һуңғы ике министр йәмәғәтселек тарафынан тәнҡитләнеп, вазифаларынан бушатылды. Транспорт һәм юл хужалығы өлкәләрендә проблемалар күп. Шуға ҡарамаҫтан, яңы етәксе өсөн был даирә ят булһа ла, уңышлы эшләп китеренә өмөт бар. Тәү сиратта траспорт реформаһын яйға һалыу, республикалағы күләмле инфраструктура төҙөлөшө нескәлегенә төшөнөү мөһим.

Арсен Шәйәхмәтов, политолог
Фото №1 - Александр Булушев Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ