Йыл аҙағына Башҡортостанда һигеҙ мәктәп сафҡа индерелеп, ете меңгә яҡын уҡыусыны ҡабул итәсәк

Иң ҙур төҙөлөш объекты Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урынлашҡан. Тиҙ үҫешкән биләмәлә дөйөм белем биреү үҙәген сафҡа индереүгә бер миллиард һум аҡса бүленгәйне. Әле сумманың етмеш проценты үҙләштерелгән. Күләмле төҙөлөш тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Өфөнөң Валерий Лесунов урамында йәшәүселәр ҡеүәтле техника тауышына өйрәнеп бөткән. Йыл ярым элек ихата алдарында 1650 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө башланған. Биләмә ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Объектты күтәреүгә ике йөҙҙән ашыу эшсе йәлеп ителгән. Төп көстәр инженер селтәрҙәр һуҙыуға йүнәлтелгән.

Инорс биҫтәһендә нигеҙ һалынған дөйөм белем биреү үҙәге өс блоктан тора. Былтыр февралдә «Демография» милли проекты сиктәрендә участкала балалар баҡсаһы сафҡа индерелгәйне. Уға төкәтмә булараҡ мәктәп бинаһы төҙөлөшө башлана. Коронавирус пандемияһына бәйле объектты сафҡа индереү ваҡыты киләһе йылдың авгусына тиклем кисектерелгән. Әммә подрядсы ойошма етәкселеге быйылдан да ҡалмай, уҡыусыларҙы һөйөндөрөргә ниәтләй.

Иркен коридор, яҡты кабинеттар. Башланғыс синыфтар өсөн тәғәйенләнгән блокта эске биҙәкләү эштәре тамамланыу алдында. Ай аҙағында мебель килтерелә башлай.

Ҡыҙыл кирбесле объект – дөйөм белем биреү үҙәгенең буласаҡ спорт блогы. Унда дүрт зал ойоштороу ҡаралған. Балаларға тренажерҙар ҙа ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта асыҡ һауала футбол, волейбол һәм теннис уйнауға шарттар тыуҙырыу ҡаралған.

Әле ҡасан ғына был ҙур участка урынында һаҙлыҡ булған. Ташландыҡ урында ҡалҡҡан мөһабәт объект ноябрь аҙағында сафҡа инер тип көтөлә. Өфөнөң Инорс биҫтәһендә тиҫтәләп яңы эш урыны барлыҡҡа килеп, уҡыусыларға сифатлы белем биреүҙә мөмкинлектәр ҙә киңәйә.

Фото №1 - Йыл аҙағына Башҡортостанда һигеҙ мәктәп сафҡа индерелеп, ете меңгә яҡын уҡыусыны ҡабул итәсәк

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ