Республика ауылдарына эшкә килгән 120 табипҡа “Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә түләүҙәр тапшырылған. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров хәбәр итте.
Һәр түләү 1 млн һул тәшкил итеүен хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Программа шартына ярашлы, 50 йәшкә тиклем юғары белемле табиптар ғариза бирә ала.
“Ауыл табибы” программаһына килгәндә, Әнүәр Бакиров һүҙҙәренә ҡарағанда, ФАП-тарға (фельдшер-акушер пункты) 120 белгес йәлеп ителгән. Фельдшерҙарға бер мәртәбә бирелә торған түләүҙең күләме – 500 мең һум. Бының урынына улар ауылда кәмендә 5 йыл эшләргә тейеш.
Уҙған йыл республикала 23 ФАП һатып алыуға 80 млн һум аҡса йүнәлтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте һаулыҡ һаҡлау министры. Модулле ФАП-тарҙы ҡуйыу эше быйыл да дауам итәсәк.





