Рәсми делегацияны крайҙың Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Александр Климин етәкләй. Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткән ултырышта ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Алтай крайы вәкилдәре “Өфө” индустриаль паркында булды, бер нисә ойошма эшмәкәрлеге менән танышты. Рәсми сәфәр дауам итә. Ҡунаҡтар республика райондары һәм ҡалаларына барырға йыйына.






