Планетала коронавирус йоҡтороусылар кәмей

Фото №1 - Планетала коронавирус йоҡтороусылар кәмей

Ошо турала Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хәбәр итә. Эксперттар билдәләүенсә, был аҙнала хәүефле вирус менән зарарланыусылар 15 процентҡа аҙайған. Үткән аҙнала донъяла 3 миллион кешелә ковид асыҡланған, 73 меңдән ашыу кеше вафат булған. Сирлеләр һаны буйынса Һиндостан беренсе урында. Республикала һуңғы тәүлектә коронавирустан 1 кеше үлгән. Инфекция ҡорбандары 534-кә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вирус йоҡтороусылар исемлегенә 88 кеше өҫтәлгән. Вакцинаның ике компоненты ла 306 меңдән ашыу кешегә яһалған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ