Уның тәүге өлөшө, йәғни 50 миллион һум быйыл бүленә. Был турала бөгөн Өфө һөт заводы базаһында уҙған Ауыл сәғәтендә белдерелде.
Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә һүҙ етештереүҙән эшкәртеүгә күсеү, ярҙам юлдары, сауҙа селтәрҙәрендә заманса шарттар тыуҙырыу хаҡында барҙы. Шулай уҡ Башҡортостанда аҙыҡ түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтеләгән дәүләт программаһы ла тормошҡа ашырыласаҡ. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Өфө һөт заводы сағыштырмаса йәш предприятие. Ул 2014 йылдан ғына эшләп килә. Әммә завод үҙ ҡулланыусыларын табырға өлгөргән. Бөгөн Өфө комбинаты илдең иң ҡеүәтле йөҙ етештереүсеһе исемлегенә инә һәм Башҡортостан баҙарының 20 процентын биләй. Хужалар әйтеүенсә, республика яғынан да ярҙам ҙур, был үҫешкә ныҡлы этәргес яһай.
Предприятие Башҡортостандың һәм сит өлкәләрҙең сауҙа селтәрҙәренә продукция оҙатыуҙан тыш, социаль объекттарҙы ла хеҙмәтләндерә. Бөтәһе 350 мәктәп, балалар баҡсаһы һәм дауахааға һөт ризыҡтары ебәрелә.
Өфө һөт заводында әле яңы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, ул 200-гә яҡын өҫтәмә эш урыны асыу мөмкинлеге бирә. Әле цехтарҙы сафҡа индереү өсөн майҙан әҙерләнә. Белгестәр фекеренсә, эшкәртеү сәнәғәтенә иғтибар нигеҙһеҙ генә түгел. Республикала ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә, ә эшкәртеү тармағы аҡһай.
Бөгөнгө ауыл сәғәтендә билдәләнеүенсә, башҡа тармаҡтарҙа ошондай уҡ күренеш. Йәғни, баҙар ихтыяжы бөтөнләй иҫәпкә алынмай. Төбәктә йәшелсә эшкәртеү предприятиелары, тирмәндәр юҡ, ҡаты сырҙар әҙ етештерелә, уның ҡарауы картуфты ҡулланғандан ике тапҡырға күберәк үҫтерәбеҙ, көнбағыш майына ете тапҡырға артығыраҡ һығабыҙ.
Республикала тормошҡа ашырыласаҡ яңы дәүләт программаһы төбәк өсөн кәрәкле йүнәлештәрҙе үҫтереү, эшкәртеү сәнәғәтен яйға һалыуҙы маҡсат итеп ҡуя ла инде.
Эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүҙән тыш сауҙа үҙәктәрендә яңы кимәлгә күтәреү ҙә мөһим. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфөләге ҡайһы бер баҙарҙар заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй. Республика башлығы был майҙандарҙа тәртип урынлаштырыу, алдынғы эш тәжрибәләрен үҙләштереү бурысын ҡуйҙы.
2026 йылға тиклем Республика аграрийҙарына эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә 350 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Уның тәүге өлөшө, йәғни 50 миллион һум быйыл бүленә. Матди ярҙам урындағы етештереүселәр сығарған аҙыҡ-түлектең күләмен һәм төрөн арттырыр тип көтөлә. Йәғни киләсәктә республиканан ситкә сеймал түгел, ә әҙер продукция оҙатыласаҡ.
Рәмзиә Кәримова




