Йылайыр районында ҡарышлауыҡтарға ҡаршы көрәш дауам итә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, көньяҡ райондарҙа быйыл бөжәктәр таралып күпләп ағастар зыян күргән.Әле хәүефле участкалар авиация ярҙамында махсус ҡатнашма менән эшкәртелә. Химик матдәнән һаҡланыу маҡсатында бал ҡорттарын яңы урындарға күсерергә тура килгән. Быға бәйле районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Бөгөн 95 мең гектар майҙан эшкәртелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Йылайыр районы умартасылары һәләк булған бал ҡорттарын һанай. Районда киң майҙанды баҫып алған бөжәктәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн авиация ярҙамында ағастарға химик матдәләр һиптерелә. Эшкәрәтелгән участканан умарталарҙы алыҫҡа күсереү кәңәш ителгән, әммә яңы урында ла бал ҡорттарының ҡырылыуы дауам итә.

Әрһеҙ ҡарышлауыҡтарҙан бал ҡорттары ғына түгел, тотош урман зыян күргән. Зарарлы участкалар һауанан махсус препарат менән эшкәртелә. Тәбиғәтте ҡарышлауыҡтар һөжүменән ҡотҡарыу өсөн химик ҡатнашма файҙаланыу берҙән-бер һөҙөмтәле алым булып тора.

Ҙур майҙан алдан ҡаралған маршрут буйынса эшкәртелә, сөнки бөжәктәрҙе юҡҡа сығарыусы ҡатнашманы ауылдарҙан кәм тигәндә 2 километр алыҫлыҡта һиптереү рөхсәт ителә. Шуға ла препараттан биләмәләге баҡсаларға хәүеф янамай.

. Урман хужалығы белгестәре әйтеүенсә, ҡарышлауыҡтар менән бәйле ҡатмарлы хәл Йылайыр районында 15 йыл элек теркәлгән. Бөжәктәрҙең күпләп үрсеп таралыуына төрлө факторҙар йоғонто яһай. Көндәрҙең саманан артыҡ эҫе тороуы дымлылыҡ һәм башҡа тәбиғи шарттар.

Бөжәктәр япраҡтарҙы ике йыл рәттән кимерһә ағас юҡҡа сыға тигәнде аңлата, сөнки зыян күргән үҫенте ҡышҡы һыуыҡтарҙы үткәрә алмаясаҡ. Ә бына ҡарышлауыҡтар тәбиғи күҙлектән көслө бөжәктәр, һалҡындарға ла бирешеп бармайҙар.

Әле Йылайыр районында янғын сығыу хәүефе һәм ҡарышлауыҡтар һөжүме менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы дауам итә. Ағастарҙы бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн район майҙанын авиация ярҙамында эшкәртеү бер аҙна дауам итәсәк. Артабан был ысул талап ителмәйәсәк, сөнки ҡарышоауыҡтаргә ҡаршы көрәш тамамланыу алдында.

Фото №1 - Йылайыр районында ҡарышлауыҡтарға ҡаршы көрәш дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ