Башҡортостанда ышаныслы турагенттар махсус реестрға индереләсәк

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышта ошо туралағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарарға йыйына. Парламент спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, документ турист хеҙмәттәре баҙарында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.

Яңы закон берҙәм федераль реестрға мәғлүмәттәр индермәй тороп, турагенттар эшмәкәрлеген тыя. Ҡануни яңылыҡ заманса турист хеҙмәттәре баҙары төҙөү мөмкинлеге бирә, тип белдергән парламент етәксеһе.

Фото №1 - Башҡортостанда ышаныслы турагенттар махсус реестрға индереләсәк

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ