«Салауат Юлаев» хоккей клубының фин уйынсылары - КХЛ-дың 13-сө миҙгеленең иң яҡшы өс хоккейсыһы

Миҙгелде ябыу тантанаһы 8 июндә Барвиха Luxury Village концерт залында уҙған. Унда көйәрмәндәр, хоккейсылар, тренерҙар һәм арбитрҙар үҙ наградаларын алды.

«Миҙгелдең иң яҡшы өс уйынсыһы» номинацияһында Өфө клубының фин легионерҙары Теему Хартикайнен, Маркус Гранлунд һәм Сакари Маннинен билдәләнгән. Дөйөм алғанда миҙгел дауамында улар 64 шайба индереүгә өлгәшкән.

Фото №1 - «Салауат Юлаев» хоккей клубының фин уйынсылары - КХЛ-дың 13-сө миҙгеленең иң яҡшы өс хоккейсыһы

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ