12 июндә «Өфө-Арена» боҙ һарайында ҡатнаш алыш буйынса турнир ойошторола

Профессиональ кимәлдәге тәүге ярыш Рәсәй, Өфө һәм Салауат Юлаев көндәре сиктәрендә уҙа.

«Горилла ММА Серия – 34: Башҡортостандың йоҙроғо һәм йөрәге» тип исемләнгән турнирҙа 20 тәжрибәле көрәшсе ҡатнаша. ММА ярышының бөтә ҡанундары буйынса үтәсәк алыштар күрһәтмә сығыштар менән бергә ҡеүәтле, сағыу һәм онотолмаҫ тамашаға әүереләсәк.

Көрәшселәр кисәһен легендар SPLASH барабан-шоу музыканттары биҙәйәсәк. Турнир сиктәрендә 12 алыш үтә. Турнир Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаеватың тыуыуына 267 йыл тулыуға арналыуы менән дә әһәмиәтле.

Фото №1 - 12 июндә «Өфө-Арена» боҙ һарайында ҡатнаш алыш буйынса турнир ойошторола
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ