Бишбүләк ауылында 320 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө тамамланыу алдында

Яңы белем усағы лингвистик йүнәлештә эшләйәсәк, балаларға дәүләт һәм сит телдәрҙе төплө өйрәтеүгә баҫым яһала. Объект сафҡа инеү менән район үҙәгендә сменаға бүленеп уҡыу мәсьәләһенә лә ниһайәт, нөктә ҡуйыла. Яңы биҫтәлә ҡалҡҡан мәғариф учреждениеһы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Бишбүләк ауылының төньяҡ-көнбайыш өлөшө тиҙ үҫешә. 2009 йылда ғына бында ҡола ялан булған. Халыҡҡа алты йөҙҙән ашыу участка бүленә. Бөгөн яртыһында йорттар ҡалҡҡан. Микрорайонда йәшәүселәр өсөн мәктәп төҙөлөшө көтөп алынған ваҡиға, 1 сентябрҙә биләмәлә тәүге ҡыңғырау яңғыраясаҡ.

«Т» хәрефен хәтерләткән обьект алты мең квадрат метр участкала урынлашҡан. Төҙөүселәр тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәрен тамамлаған. Хәҙер коридор-кабинеттар сағыу төҫ ала. Яңы белем усағын сафҡа индереүгә һанаулы ғына ваҡыт ҡалған. Шуға штукатур-малярҙар ал-ялһыҙ стеналарҙы буяй.

Өс ҡатлы мәктәпкә 2019 йылда нигеҙ һалынған. Коронавирус пандемияһы башланыуға ҡарамаҫтан, төҙөлөштә тотҡарлыҡтар булмай. Материалдар ваҡытында килтерелә. Әле объектта лифт ҡуйыла, түшәм-иҙән ҡатламы һалына. Урындағы хакимиәттән билдәләүҙәренсә, яңы белем усағы лингвистик йүнәлештә эшләйәсәк. Шул уҡ ваҡытта өлкән кластарҙа физика-математика һәм социаль-гуманитар кластар асыу ҡаралған.

Апрелдә яңы белем усағына директор ҙа тәғәйенләнгән. Утыҙ йылдан ашыу педагогик стажы булған Изольда Родичкина төҙөлөш барышын күҙәтеп бара. Сафҡа инәсәк учреждениела балаларға сифатлы белем биреүҙән тыш, ижади һәләттәрен асыуға төп иғтибар йүнәлтелеүен билдәләй.

Китапхана базаһында медиа-үҙәк, телевидение студияһы ойошторорға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәре, йыр-бейеү түңәрәктәре лә эшләйәсәк.

Изольда Родичкина, Бишбүләк ауылының 3-cө мәктәбе директоры

Мәктәп 320 урынлыҡ. Бында күрше биш ауылдан да балалар уҡырға йөрөйәсәк. Иң мөһиме район үҙәгенең башҡа мәғариф учреждениеларында ла белем биреү процессы еңеләйә.

Яңы белем усағында балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға ла иғтибар юғары була. Ҙур футбол майҙансығы, волейбол майҙансығы төҙөлә. Әле биләмәлә ер эштәре башҡарыла, тротуарҙар һалына. Тиҙҙән сафҡа инәсәк мәктәп уҡыусыларҙы белем тауына әйҙәп, яңы биҫтәнең үҫеш нөктәһенә әйләнер тип көтөлә.

Фото №1 - Бишбүләк ауылында 320 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө тамамланыу алдында

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ