Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек дауам итә

Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы 1922 йылдың 9 июлендә Илеш районы Иләкшиҙе ауылында донъяға килгән. Баш ҡала көнө алдынан Өфөнөң Еңеү паркында герой иҫтәлегенә хәтер сараһы ойошторолдо, республика йәмәғәтселеге вәкилдәре геройҙың ҡәберенә сәскәләр һалды.

Муса Ғайса улы һуғышта күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған берҙән-бер яҡташыбыҙ. Хәтер сараһында геройҙың вариҫтары – улы Евгений Гәрәев, ейәндәре һәм бүләләре ҡатнашты.

Төрлө быуын вәкилдәре Муса Гәрәев батырлығының килер быуындар өсөн оло әһәмиәтен, йәштәргә тәрән илһөйәрпек өлгөһө булыуын билдәләне.

Фото №1 - Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек дауам итә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ