Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури өйрәнеп, яҙып ҡалдырған «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосына быйыл 111 йыл тула. Ошо уңайҙан иғлан ителгән Халыҡ-ара конкурс дауам итә. Шағирҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин булып ҡайтты.
Мәжит Ғафуриҙың үҙ халҡына яҙған шиғырынан өҙөк. Кәлсер-табын ырыуы вәкиле менән ауылдаштары ла хаҡлы ғорурлана. Ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа юҡ түгел.
Еҙем-Ҡаран ауылы мәктәбе уҡыусылары «Аҡбуҙат» журналы менән осрашыуҙа булһа, Ишембай районы Маҡар ауылы мәктәбе балалары музейға сәйәхәт ҡылды. Беренсе башҡорт шағирын мәктәп дәреслеге аша уҡып белгән малай-ҡыҙҙар тарихи һәм мәҙәни әйберҙәр менән танышты.
Мәжит Ғафуриҙы халыҡ шағир, драматург ҡына түгел, фольклорсы итеп тә танып белә. Уның һәр әҫәре фәнни эшкә торошло. Ул үҙе тыуып үҫкән төбәктең фольклорын өйрәнгән.
Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылында, ғөмүмән, йыр-бейеү, шағирҙың шиғырҙарынан тымғаны юҡ. Бөгөн дә әҙиптең бюсты алдындағы майҙан гөр килде. Саранан уның туғандары ла ситтә ҡалманы.
Мәжит Ғафуриҙың нәҫел-тамырҙары Табын ырыуының атаһы Майҡы бейгә барып тоташа ла инде. Тарихи сығанаҡтарҙа ул Кәлсер-Табын ырыуы вәкиле тип билдәләнгән. Ниндәй милләт кешеһе икәне лә паспортта ла асыҡ яҙылған.
Бөгөн дә «Ҡара йөҙҙәр» әҫәре шағир исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенән төшмәй, яратып уйнала. Һәр ваҡыттағыса аншлаг менән үтә. Ә әҙиптең халыҡ гәүһәрҙәрен өйрәнеп халыҡҡа еткергән «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы башҡорт ырыуҙарын берләштергән төп ҡомартҡы һанала.
Азат Ғәлиуллин




