Андрей Назаров төбәктең инвестиция рейтингында юғары урын алыуға килтергән күрһәткестәрҙе атаны

Фото №1 - Андрей Назаров төбәктең инвестиция рейтингында юғары урын алыуға килтергән күрһәткестәрҙе атаны

Республика Хөкүмәте Премьер-министры социаль селтәрҙә шул турала яҙа. “Былтыр коронавирус шарттарында 2 меңдән ашыу эшҡыуарға 3 миллиард һумлыҡ льготалы кредит бирелгән. Бынан тыш, 43 мең бизнесмен эш хаҡы түләү өсөн субсидия алған. Шуға бәләкәй һәм урта ойошмалар ябылмай, эшмәкәрлеген дауам итә алды. Район һәм ҡалаларҙа “бизнес-шериф” вазифаһы булдырылды. Белгестәр урындарҙа инвестиция йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Стартаптар өсөн гранттар биреү башланғысы ла эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн ыңғай һөҙөмтә бирҙе”, - тип билдәләй Андрей Назаров. Башҡортостан Инвестиция мөхите буйынса милли рейтингта 5-се урын алды. 2019 йылда беҙҙең республика – 9-сы, ә унан алдараҡ 23-сө урында ине.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ