Республика халҡын коронавирустан прививка яһатыу һәм табиптар етешмәү мәсьәләләре борсой

Фото №1 - Республика халҡын коронавирустан прививка яһатыу һәм табиптар етешмәү мәсьәләләре борсой

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Сәләмәтлек сәғәте” ултырышында халыҡ мөрәжәғәттәре ҡаралды. Майҙа “Инцидент-менеджмент” һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша һаулыҡ һаҡлауға бәйле 6 меңдән ашыу хәбәр теркәлгән. Өфө халҡын Дим районында поликлиниканың матди-техник торошо борсой. Радий Хәбиров микрорайонда яңы медицина ойошмаһы төҙөлөшөн Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты. Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, быйыл йәй Башҡорт дәүләт медицина университетынан йәш белгестәрҙең бер төркөмө район һәм ҡалаларға эшкә ҡайта.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ