Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһы ултырышында ҡатнашты

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһы ултырышында ҡатнашты

Видеокәңәшмәне сәйәси фирҡә рәйесе, Рәсәйҙең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев үткәрҙе. Унда коронавирус пандемияһы ваҡытындағы эшмәкәрлек һәм партияның йыйынына әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. “Берҙәм Рәсәй” партияһы изоляция шарттарында халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтте. Башҡортостанда, мәҫәлән, “Беҙҙең хәстәрлек” тигән берҙәм волонтерҙар үҙәге ойошторолдо. Сәйәси фирҡә йүнәлеше буйынса 470 меңдән ашыу кешегә адреслы ярҙам күрһәтелгән, 1 миллион дана медицина битлеге таратылған, ирекмәндәр мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыу алып барҙы, табиптарға ярҙам итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ