Яңы йәмәғәт ойошмаһының төп маҡсаты - үҫеп килгән быуынды ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошона йәлеп итеү, хакимиәт менән тығыҙ бәйләнештә эшләү һәм ҡаланың абруйын үҫтереү . Йәштәр хакимиәттәре шулай уҡ Өфө, Сибай һәм Нефтекама ҡалаларында эшләй. Республикала күп кенә муниципалитеттар йәмәғәт эштәренә йәштәрҙе йәлеп итә.






