Өфөлә 12 июндә байрам салюты ике урында була

Фото №1 - Өфөлә 12 июндә байрам салюты ике урында була

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды: Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 447-се йыллығын – Ҡала көнөн билдәләй. Ғәҙәттәгесә, байрам Салауат Юлаев һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскә һалыуҙан башлана. Төп байрам саралары Ленин майҙанында, “Ватан” паркында һәм Ағиҙел ярында үтә. Мэрия хәбәр итеүенсә байрам салюты “Мотор эшләүселәр” мәҙәниәт һарайы һәм Ленин майҙанында ойошторола.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ