Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры Республика реабилитация үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тамаша ойошторҙо. Студенттар Наил Ғәйетбаевтың “Ике Һайыҫҡан” әкиәтен сәхнәләштерҙе. Театр етәксеһе Илнур Лоҡманов һөйләй.






