Өфө амфитеатрында 4-се тапҡыр ойошторолған флешмобҡа теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн анкета тултырырға һәм өс композиция әҙерләргә кәрәк. Ғәҙәттә фестиваль меңдән ашыу музыка һөйөүсене туплай. Үткән йыл пандемия сәбәпле был акция ойошторолманы.






