Ул һәм Республика башлығы Радий Хәбиров фирҡәҙәш депутаттарҙың отчет айлығына старт бирҙе. Республика башлығы әйтеүенсә, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан бүлексәһе пандемияға бәйле ҡатмарлы 2020 йылды һөҙөмтәле үтте, яңы этапҡа яңы маҡсаттар ҡуйыла. Мәҫәлән, март айында Ишембайҙа боҙ һарайы төҙөлөп бөттө, Октябрьский ҡалаһында боҙ аренаһын төҙөү тамамлана, бер айҙан Баймаҡта боҙ һарайы төҙөлөшө башлана. Тиҙҙән ҡалалар һәм ауылдарҙа яңы спорт залдары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары стадиондар буласаҡ, тине Радий Хәбиров.






