Айырым маршруттар буйынса өҫтәмә транспорт ебәрелә. Шәмбе Рәсәй көнө, Өфө көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыу билдәләнә. Бөтә йүнәлештәр буйынса йәмәғәт транспорты төнгө 12-гә тиклем йөрөй. Ленин исемендәге майҙанда һәм "Мотор төҙөүселәр" мәҙәниәт һарайы янында фейерверк була. Был урындарҙан халыҡты алып ҡайтыу өсөн күпләп автобустар килтерелә.






