Ете километрҙы йәйәү. Кушнаренко районында бер нисә баҡсалар ширҡәтендә йәшәүселәр йыраҡ араны атлап үтергә мәжбүр. Сөнки йәйге миҙгелдә баҡсаларға йөрөгән автобус водителдәре быйыл халыҡты хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡан. Бының сәбәбен улар баҡсаларға илткән юлдың насар хәлдә булыуы менән аңлата. Сифатһыҙ юлдың кешеләргә тағы ла ниндәй проблемалар килтереүен БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов асыҡланы.
Аҙым һайын осраған соҡорҙарға күпте күргән «Нива» ла түҙмәгән. Автомобиль хужаһы Салауат Ғилманов әйтеүенсә, йыл һайын ремонтланған юлды быйыл онотҡандар, күрәһең. Кемдеңдер үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауы һөҙөмтәһендә тәү сиратта баҡсасылар ыҙа сигә. Улар ҡәҙерле ваҡыттары менән бергә финанс яҡтан да ҙур юғалтыуҙар кисерә.
Баҡсала башлыса оло быуын вәкилдәре йәшәй. Былтыр көҙгә тиклем улар «Башавтотранс» предприятиеһы хеҙмәттәре менән файҙаланған. Әммә быйыл автобустар бер тапҡыр ҙа килеп урамаған.
Баҡсасылар ярҙам һорап дәүләт органдарына күп тапҡырҙар мөрәжәғәт иткән. Әммә һәр осраҡта ла бер үк яуап – проблемалы участка урындағы ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы ҡарамағында. Баҡтиһәң, ваҡытында компания ихтыяждары өсөн генә төҙөлгән юл менән бөгөн барыһы ла файҙалана.
Хәйер, урындағы халыҡ яҡын көндәрҙә проблеманың ыңғай хәл ителеренә ышана. Сөнки былтыр ҙа бит емеш-еләк өлгөрөү менән автобус йөрөй башлаған. Шул уҡ сәнәғәт предприятиеһы машиналары ла ватылмай тормай. Соҡорҙар ямалған осраҡта улар үҙҙәрен дә, баҡсасыларҙы ла юл ғазаптарынан арындырасаҡ.
Илдар Байбулатов




