Проблема ғәҙәттәгесә, йәй башланыу менән киҫкенләшә. Тамсылап ҡына тиерлек аҡҡан эсәр һыуҙың сифатына ла дәғүә белдереүселәр бар. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажында ҡарағыҙ.
«Һыу – йәшәү сығанағы» тиҙәр, Фая Сабурова ла был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанған. Ҡояш ҡалҡыу менән уянып ул, ҙур һауыттарға бер көнлөк запас туплай башлай. Юғиһә, көндөҙгө сәғәттәрҙә крандан бер тамсы һыу ҙа аҡмаясаҡ. Хужабикә эсәр һыуҙың сифатына ла борсолоуын белдерҙе.
Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылында айырыуса йәйге осорҙа һыу менән тәьминәт мәсьәләһе киҫкенләшә. Күп фатирлы торлаҡта ғына түгел, шәхси йорттарҙа ла баҫым түбән. Баҡсалағы түтәлдәрҙе ямғыр яуып ҡотҡарһа, эсәр һыуҙы һатып алырға тура килә.
Урындағы хакимиәт етәкселеге лә һыу мәсьәләһенең киҫкен булыуын билдәләй. Ауыл тиҙ үҫешә, ҡулланыусылар һаны арта, һәр кемдең тиерлек баҡсаһы, шәхси хужалығы бар. Шул уҡ ваҡытта һыу менән тәьминәт системаһына законһыҙ тоташыусылар ҙа күҙәтелгеләй. Ун биш саҡрым оҙонлоҡта торбаларҙың иҫкереүе лә билдәле. Йәйге осорҙа авариялар ғәҙәти күренешкә әйләнгән.
Йыл аҙағында «Таҙа һыу» федераль проекты сиктәрендә Өфө районында һыу алыу ҡоролмаһы төҙөлөшө тамамлана. Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһендә йәшәүселәр өсөн был көтөп алынған ваҡиға. Ете скважиналағы һыу һәр йортҡа тиклем барып етәсәк.
Ауылда ярты быуат элек һалынған инженер селтәрҙәрҙе яңыртыу дауам итә. Быйыл Совет урамында ғына өс саҡрымдан ашыу участкаға һыу үткәргес торбалар һалынған. Боҙға әүерелгән киҫкен һыу мәсьәләһенә алдағы йылдарҙа нөктә ҡуйыу планлаштырыла.
Гөлназ Хәйбуллина




