Һәр кем яңы һөнәр үҙләштереү һәм үҙ эшен асыу өсөн грант алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостанда рәсми хеҙмәт урыны булмаған граждандар яңы һөнәр үҙләштереү һәм үҙ эшен асыу өсөн грант алыу мөмкинлегенә эйә. Мәшғүллек үҙәгендә теркәлеп комиссия алдында бизнес-план яҡлаусыларға эш асыу өсөн 250 мең һум аҡса бүленгән.

Йылайыр районында дәүләт ярҙамы менән 14 эшҡыуар файҙаланған. Баннерҙар яһаусы ҡул оҫтаһы Иҙел Мусин да грант аҡсаһына станок һатып алған. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Үҫмер саҡтан ижадҡа һәм ҡул эштәренә һәләтле Иҙел Мусин Йылайырҙа банерҙар яһау менән мәшғүл. Һөнәре буйынса хеҙмәт уҡытыусыһы заказ буйынса ҡаты материалдарға фотоһүрәт баҫтыра, алтаҡталар, стела һәм башҡа әйберҙәр етештерә. Быға тиклем һүрәтте станокта баҫтырыу өсөн уға башҡа ойошмаларға йөрөргә тура килгән. Әммә күптән түгел ул 250 мең һумлыҡ дәүләт грантына эйә булып, үҙ эшен киңәйтеү өсөн станок һатып алған.

Йәш эшҡыуарҙарға ярҙам программаһы Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған. Килешеүгә ярашлы адреслы социаль ярҙам аҙ тәьмин ителгән граждандар өсөн ҡаралған. Был программа менән рәсми хеҙмәт урыны булмаған, әммә үҙ эшен асырға теләгән граждандар файҙалана ала. Бының өсөн махсус комиссия алдында үҙеңдең бизнес-планыңды яҡлау һорала. Эшҡыуарлыҡ йүнәлешенән тыш яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәргә белем алыр өсөн 30 мең һум ярҙам алырға мөмкин.

Дәүләт гранты менән файҙаланып үҙ эшеңде төрлө йүнәлештә ойошторорға мөмкин. Йылайыр районында программа буйынса шаурма һатыу нөктәһе һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары асылған.

Урындағы эшҡыуарҙың ҡул эштәрен күп урындарҙа осратырға мөмкин. Мәҫәлән Йылайыр районындағы биләмәләрҙең сигендәге стелланы Иҙел Мусин яһаған. Заказ ҡабул ителгән һуң проект әҙер булғансы бер ай самаһы ваҡыт үткән.

Фото №1 - Һәр кем яңы һөнәр үҙләштереү һәм үҙ эшен асыу өсөн грант алыу мөмкинлегенә эйә

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ