Аноним һәм бушлай анализ Өфөлә Карауанһарай майҙанында үткәрелә. Экспресс-тесты төбәктең 29 районында тапшырырға ла мөмкин. Табиптарҙың мобиль төркөмө графигы менән СПИД үҙәге сайтында танышырға була.
Статистикаға ярашлы, республикала һуңғы ярты йыл эсендә 1000 кешелә хәүефле сир асыҡланған. Шул иҫәптән 59 йөклө ҡатындың ВИЧ инфекцияһы менән ауырый башлағаны билдәле. Белгестәр әйтеүенсә, сирҙе мөмкин тиклем иртә стадияла асыҡлағанда сәләмәт балалар табыу осраҡтары арта. Кеше ВИЧ инфекцияһы менән зарарланғанын оҙаҡ ваҡыт һиҙмәй йөрөүе ихтимал, шуға ла йылына бер тапҡыр анализ тапшырырға кәңәш ителә.
Флорида Ким






