Республика баҫмаларына яҙыл да, ҡиммәтле бүләк от!

Ташламалы хаҡҡа гәзит-журналға яҙылыу декадаһы дауам итә. Бөгөн ошо уңайҙан Матбуғат йорто алдындағы майҙанда күләмле сара үтте. Гәзит-журнал уҡыусылар журналистар менән яҡындан танышып, асыҡ һауалағы концертҡа тамаша ҡылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡорттар күпләп йәшәгән күрше өлкәләргә дан йырлаған композиция бөгөн үҙенә күрә гимн булып һанала. Матбуғат йорто алдындағы майҙан «Арғымаҡ» һәм башҡа ижади коллектив, халыҡ һәм атҡаҙанған йырсылар ижадынан гөр килде. Берәүҙәр асыҡ һауалағы концерт ҡарап кинәнһә, икенселәр ташламалы хаҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып ҡалырға ашыҡты.

Уҡыусы менән бергә ҡалыу төп маҡсаттың береһе. Улар ваҡытлы баҫма киләсәгенең төп сығанағы. Бер-береһе менән йәнәш килә тип әйтергә кәрәк. Сөнки, мәктәп йылдарынан «Аҡбуҙат, «Йәншишмә», йә «Аманат» журналында баҫыла килгән замандаштар бер ваҡытта ла тормошта юғалып ҡалмай.

Ошо нигеҙҙә баҫма менән дуҫлыҡ та нығына тип әйтергә кәрәк.

Матбуғат йорто алды республика гәзит-журналдарының һабантуй майҙанын хәтерләтте. Һәр баҫма уҡыусыһын төрлө яҡлап ылыҡтырырға тырышты. Һәм булдырҙы ла.

Матбуғат байрамы ике яҡ өсөн дә отошло булды тип әйтергә кәрәк. Уҡыусылар гәзит-журнал сығарыусылар менән күҙмә-күҙ осрашып ҡына ҡалмай, үҙ тәҡдим-теләктәрен дә еткерҙе. Өҫтәүенә, халыҡ яҙыусыларынан автографлы китап алыу мөмкинлеге лә бирелде.

Фото №1 - Республика баҫмаларына яҙыл да, ҡиммәтле бүләк от!

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ