Өфө ботаника баҡсаһында йылы яҡтарҙа үҫә торған декоратив ағас – катальпа сәскә атҡан

40 йыл элек ултыртылған ағас йәй һайын үҙенең матурлығы менән ял итеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Был үҫентеләр төбәккә Тажикистандан алып ҡайтылған.

Ҙур,сағыу, өсмөйөш япраҡтары һәм алһыу сәскәләре менән айырылып торған ағасты һәр ихатала үҫтерергә мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, декоратив ағас ете-һигеҙ йылдан һуң сәскә ата башлай.

Фото №1 - Өфө ботаника баҡсаһында йылы яҡтарҙа үҫә торған декоратив ағас – катальпа сәскә атҡан

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ