Башҡортостанда автомобилдәр газға күсә

Фото №1 - Башҡортостанда автомобилдәр газға күсә

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында газ мотор яғыулығын ҡулланыу мөмкинлектәре ҡаралды. Былтыр төбәк ойошмаларында 500-гә яҡын машина двигателе үҙгәртеп ҡоролған. Киләсәктә 3 меңгә яҡын техниканы газға күсереү ҡарала. Республикала экологик яҡтан таҙа яғыулыҡты ҡулланыу өсөн станциялар төҙөлә. Әле 28 урында шыйыҡландырылған газ ҡойорға була. Алдағы ике йылда 19 газ мотор яғыулығы ҡойоу станцияһы төҙөү ҡарала.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ