Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә авиация технологияһын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. “Күмертау авиация етештереү предприятиеһы”нда пилотһыҙ аппараттар сығарыу эше яйға һалына. Бының өсөн 1 миллиард 800 миллион һум йәлеп ителә. “Геоскан” ойошмаһы ла беҙҙең республикала яңы етештереү булдырырға ниәтләй. Андрей Назаров әйтеүенсә, төбәктә пилотһыҙ осоусы техника сығарыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.






