Халыҡ-ара сараға 48 илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Һәр береһе тәңкәләр алып килә. Аҙаҡ уларҙы түшелдерек эшләүҙә ҡулланыу ҡарала. Милли биҙәүес Башҡортостан Милли музейында һаҡлана, тип хәбәр итәләр Фольклориаданы ойоштороу комитетынан. Халыҡ-ара мәҙәни форум 3-10 июлдә үтә. Сит ил вәкилдәре 22 район һәм ҡала буйлап йөрөй.




