Бизнес белем биреү усаҡтарын төҙөргә ярҙам итә. Яҡын арала Өфөнөң Затон биҫтәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекты буйынса мәктәп барлыҡҡа килә. Бының өсөн беҙҙең республика федераль үҙәккә заявка ебәргән. Белем биреү ойошмаһы хаҡы 1 миллиард һумға баһалана. Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры урынбаҫары Светлана Малинская һөйләй.
Киләсәктә республикала 11 мәктәп концессион килешеү буйынса төҙөлөүе ихтимал. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары һәм Иглин районында бизнес ҡатнашлығында белем биреү усаҡтары барлыҡҡа килә.




