Документтар ҡабул итеү башланды. Быйыл гранттар өсөн 154 миллион һум бүленгән. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фермерҙар 3-4 миллион һумлыҡ ярҙамға дәғүә итә ала. Конкурста ҡатнашыу өсөн бизнес-план тәҡдим итергә кәрәк. Заявкалар 25 июнгәсә ҡабул ителә.






