Белгестәр компаниялар эшмәкәрлеге менән танышты, экспортҡа булышлыҡ итеү буйынса консультациялар бирҙе. Быға тиклем “Ашығыс экспорт ярҙамы” 7 ҡала һәм 13 районда булды, 96 ойошмаға ярҙам күрһәтелде. Башҡортостанда эскпортҡа булышлыҡ итеү буйынса айырым программа эшләй. Тауарын ситкә һатҡан компанияларҙың сығымдарының бер өлөшө ҡаплана.






